Дим биҫтәһендә йәшәүсе Мөнирә Кәримова коронавирустан прививка эшләтә алмай. Ул бик уңайһыҙ хәлгә ҡалған. Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре уны Рәсәй Федерацияһы гражданы түгел, тип иҫәпләй. Ни өсөн ҡатын Рәсәй ватандашы булыуҙан туҡтаған, сәбәбе нимәлә?. Мөнирә Кәримова былтыр 45 йәш тулғас, тәртип буйынса паспортын алыштырырға бара. Әммә ул Рәсәй Федерацияһының гражданы түгел, шуға ла документ эшләй алмайбыҙ, тигән хәбәрҙе ишетеп шаҡ ҡата. Бер йылға яҡын ханым кәрәкле документһыҙ йәшәй. Ошо сәбәпле бихисап ҡыйынлыҡтарға тап булдым, тип зарлана ул.Асыҡланыуынса, Мөнирә Кәримова икенсе республикала тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда минең ғаиләмә Үзбәкстанға сығып китергә тура килгән, ти ханым. 1992-се йылда ул Башҡортостанға кире ҡайта, ошонда уҡ беренсе паспортын ала, медицина өлкәһенә уҡырға инә. Утыҙ йылға яҡын Республика ҡан тапшырыу станцияһында эшләй, юғары категориялы шәфҡәт туташы дәрәжәһен ала, 1999-сы йылдан бөгөнгәсә тиклем донорҙар рәтендә иҫәпләнә. Әммә уға бер көн эсендә хеҙмәт юлын юғалтыу ҡурҡынысы янай.Мөнирә Кәримова паспортын һуңғы тапҡыр 2002-се йылда алыштырған. Тик ни өсөн миграция хеҙмәте кәрәкле документты әле бирмәй, тигән һорау борсой уны. Был мәсьәләне асыҡлар өсөн ханым судҡа мөрәжәғәт итеп, еңеп сыға. Әммә миграция хеҙмәткәрҙәре апелляция бирә. Эске эштәр министрлығынан иһә ҡатын хоҡуҡи статусын көйләргә тейеш ине, был хаҡта уға бер нисә тапҡыр хәбәр ителде, тип белгерттеләр.Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре Мөнирә Кәримоваға ғариза яҙырға ҡушҡан, әммә ханым риза түгел. Ул Рәсәй Федерацияһының гражданы тип 2021-се йылдан алып билдәләнеүенән ҡурҡа.Мөнирә Кәримова бер йылға яҡын дөрөҫлөктө асыҡлап, ҡулына үҙ паспортын ала алмай. Документты ҡабаттан эшләтергә тура килһә, уға утыҙ йылға яҡын эш стажын юғалтыу ҡурҡынысы янай. Шулай ҙа тиҙҙән үтәсәк суд ҡарары был проблемаға нөктә ҡуйыр, тип ышана ул.
Паспортһыҙ ватандаш
Тулыраҡ: Паспортһыҙ ватандаш