Башҡортостан төбәк ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә, ҡайһы бер кандидаттарҙың документтары теүәл түгел йә күсермәләре яҡшылап күренмәй. Ошоларҙы иҫәпкә алып партия исеменән алдан һайлауҙа ҡатнашырға теләгәндәргә кандидат булып теркәлергә рөхсәт бирелмәне. Шарттар буйынса, праймеризда Рәсәй гражданлығы булған һәм даими беҙҙең илдә йәшәгән, сәйәси партияла ағза булып тормаған, хөкөм ителмәгән һәм 21 йәше тулған кеше ҡатнаша ала. 2-се апрелдән 15-се майға тиклем праймеризда ҡатнашыусылар араһында дебаттар үтә. Алдан һайлауҙар 24-30 май ҡаралған һәм 1-се июндә уның һөҙөмтәһе иғлан ителә.
Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең праймеризында ҡатнашырға теләгән кандидаттар тикшерелде
Тулыраҡ: Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең праймеризында ҡатнашырға теләгән кандидаттар тикшерелде