Бөрө ҡалаһында йәшәүсе йәш эшҡыуарҙар балалар өсөн СССР ваҡытындағы кеүек кубиктар етештерә башлаған. Улар араһында башҡорт алифбаһы менән эшләнгәндәре лә бар. Бер шаҡмаҡты яһау өсөн 20 минут самаһы ваҡыт талап ителә. Оҫталар һәр ҡайһыһын йышып, шымартып, балаларға хәүефһеҙ булған махсус буяу менән буяп, еренә еткереп ҡуя. Илья Севостьянов һәр шаҡмаҡты үҙ балама эшләгән кеүек яһайым, ти. Цехта яһалған бар уйынсыҡтар ҙа тәбиғи материалдан – йүкә, имән ағасынан яһала. Пирамида, шаҡмаҡтарҙы кәрәкле формаға еткереп бысҡандан һуң, һәр береһен махсус станокта эшкәртәләр. Ойошмала әлегә 4 кеше эшләй. Эскиздарҙы, моделдәрҙе лә үҙебеҙ һыҙабыҙ ,ти оҫталар. Ағастан яһалған әйберҙәр араһында иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне – башҡорт алфавиты итеп эшләнгән кубиктар. Уларға уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре күпләп заказ бирә. Ойошма 2019-сы йылда асыла. Ағастан яһалған шаҡмаҡ, пирамидалар Италия, Испания, Канада, АҠШта ла үҙ ҡулланыусыларын тапҡан. Шуға ла хужалар 400 кв метр майҙаны булған бинаны ҡуртымға алып киләсәктә цехты ҙурайтырға ниәтләй. Әйткәндәй, балалар өсөн тәғәйенләнгән шаҡмаҡ, пирамидалар Башҡорт Дәүләт университетының Бөрө ҡалаһындағы филиалы педагогтары менән кәңәшләшеп эшләнә. Уларҙы беренсе ҡулланыусылар ҙа педагогика факультеты студенттары.
Балалар өсөн кубиктар
Тулыраҡ: Балалар өсөн кубиктар