Ул юғары исемгә лайыҡлы

Тулыраҡ: Ул юғары исемгә лайыҡлы

Республикала Яныбай Хамматовҡа үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн петиция биреү башланды. Яныбай Хамматов 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть-хикәйә авторы. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Яҙыусының китаптары Башҡортостан китап нәшриәтендә, «Современник» һәм «Воениздат» нәшриәттәрендә донъя күрә. Ул «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ», — тип яҙа петиция авторы, журналист Баныу Ҡаһарманова.