Башҡортостан Республикаһы 100 башҡорт йыры тупланған йыйынтыҡҡа патент алды. Улар араһында төрлө жанрҙағы йырҙар бар. Исемлектә – «Урал», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә», «Салауат», «Гөлнәзирә» һәм башҡалар.Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың мәғлүмәттәр базаһына йырҙың тарихы, ноталар һәм текст индерелгән. Тыңлау өсөн тура һылтанма ла бар. Патент алған йырҙарҙың тулы исемлеге Республика халыҡ ижады үҙәге сайтына урынлаштырыла, тип хәбәр итә башинформ агентлығы. 2018 йылда ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһында законы ҡабул ителгәйне.
Патентлы йыйынтыҡ
Тулыраҡ: Патентлы йыйынтыҡ