«Мираҫ » йыр һәм бейеү фольклор ансамбле бөгөн төндә сит илгә юллана

Тулыраҡ: «Мираҫ » йыр һәм бейеү фольклор ансамбле бөгөн төндә сит илгә юллана

Коллективты Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шардж ҡалаһында үтәсәк "Мираҫ көндәре" фестиваленә саҡырғандар. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ҡайһы бер Дубай тамашасылары тәүгә күрәсәк. Ил исеменән сығыш яһағанға күрә, программаға рус бейеүҙәре лә ингән.Коллектив был сәфәргә әҙер, программа ныҡлап шымартылған. Оркестр артистары ла, бейеүселәр ҙә шыбыр тиргә батҡансы һәр номерҙы ҡат-ҡат ҡабатлай.Оркестрҙан кемдәр барасағы музыка ҡоралдарының башҡа ҡорал моңдарын алмаштыра алыуына ҡарап билдәләгәндәр. Мәҫәлән, ҡурай ҡайһы бер номерҙарҙа флейта урынына яңғыраясаҡ. Ҡыл ҡумыҙҙың рус көйөн уйнап ебәреүе лә ғәҙәти күренеш түгел.Музыканттар ҡоралдарын көйләй, бейеүселәр сәхнә кейемдәрен әҙерләй. Алда ике аҙналыҡ сәфәр көтә уларҙы. Ансамблдең 12 бейеүсеһе һәм 7 музыканты сит илдә сығыш яһаған ваҡытта коллективтың башҡа өлөшө лә буш булмаясаҡ, улар Урал аръяғына гастролгә йыйына.