Владимир Путин “Сода” компанияһының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырҙы

Тулыраҡ: Владимир Путин “Сода” компанияһының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырҙы

Рәсәй президенты “Башҡортостан сода” компанияһының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итергә ҡушты. Владимир Путин был турала Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә ваҡытында белдерҙе. Владимир Путин Хөкүмәт рәйесенә “Башҡортостан сода” компанияһының артабанғы эшмәкәрлегенә бәйле тейешле күрһәтмә бирҙе. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был предприятиеның ил һәм республика иҡтисады өсөн әһәмиәтен билдәләп, уның үҫеше өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк тине.