Өфөнән Көнсығыш юлын төҙөүселәр тоннелде йырып үтте. Юл һалыусылар һөйөнөсөн Республика башлығы Радий Хәбиров һәм Росавтодор федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Новиков уртаҡлашты. Башҡортостанда “Имен һәм сифатлы юлдар” милли проектын бойомға ашырыу барышы тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева сюжеты.Көнбайыш порталды Көнсығыш менән тоташтырған ер аҫты юлы асыҡ, хәҙер Салауат Юлаев проспектынан Ҡариҙелдең уң ярына тура сығырға мөмкин. Үткән быуат аҙағынан алып көтөлгән ваҡиғаның төбәк өсөн ни тиклем мөһим икәнен Радий Хәбиров тәүгеләрҙән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.Күләмле эш Башҡортостан етәкселегенең ВТБ банкыһы менән берлектә консессия талаптарын ҡайтанан ҡарап республика өсөн отошло шарттар ҡуйылған килешеү нигеҙендә атҡарылды. Элек 2007 йылда кисектерелгән объектты ғәмәлдә тотор өсөн төбәк ҡаҙнаһынан йылына йөҙәр миллион һум аҡса сарыф ителһә, өҫтәмә килешеү республика бюджетына баҫымды 30 миллиард һумға ҡыҫҡартырға булышлыҡ иткән. Туҡтатып торған төҙөлөштө йәнә ҡуҙғатыу проектын 2019 йылда Рәсәй транспорт министрлығы ла хуплай. Башҡаланан Көнсығыш сығыу юлында артабан Өфө йылғаһы аша эстакаданы ла иҫәпкә алғанда ике километр ярымдан ашыу оҙонлоҡтағы күпер һәм 11 километр тирәһе юл һалыу көтөлә. Был арауыҡ М7 һәм М5 федераль трассаларын тоташтыра һәм Өфөнән Мәскәү-Силәбе юлына көнсығыш йүнәлештә сығыу мөмкинлеген бирә. Төҙөлөштө 2023 йылда тамамлау ҡаралған. Яңы юл иһә башҡала биләмәләрен Өфө йылғаһы аръяғына үҫтереүгә булышлыҡ итә. Республика башлығы федераль агентлыҡ етәксеһен Өфөлә башҡа юл киҫелештәрен ҡороу барышы менән дә таныштыра. Төбәктә “Имен һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған башҡа проекттар тураһында фекер алышыу Республика йортонда ойошторолған кәңәшмәлә дауам итте. Роман Новиков Башҡортостанда юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә ыңғай баһа биреп, федераль бюджеттан бүленгән аҡса тулы кимәлдә һәм файҙалы ҡулланыла, тип белдерҙе. Республика биләмәһендәге ике йүнәлештәге юл арауығын федераль ҡарамаҡҡа тапшырыу, федераль трассаларҙа хәүефһеҙлекте хәстәрләү маҡсатында 60 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырыу кеүек башҡа мөһим мәсьәләләр хәл ителә.
29 йыл көткән тарихи ваҡиға
Тулыраҡ: 29 йыл көткән тарихи ваҡиға