Өфөлә өмәләр башлана

Тулыраҡ: Өфөлә өмәләр башлана

Балалар баҡсаһында ата-әсәләргә хәҙер балаларын төркөмгә тиклем оҙатырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ мәктәп ашханаларында ла бөтә уҡыусыларҙы бер юлы ашатырға мөмкин. 65 йәштән үткәндәргә һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн үҙизоляция режимы дауам итә. Шулай уҡ һаҡланыу саралары тураһында ла оноторға ярамай. Ҡала хакимиәтендә үткән ултырыш һәр ваҡыттағыса ковид 19-ға бәйле үҙгәрештәрҙән башланды. Баш ҡала йәйге миҙгелгә әҙерләнә. 29 мартта Өфө биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы санитар айлыҡ башланды. Ул апрель аҙағына тиклем дауам итә. Дөйөм ҡала өмәләре 10-сы һәм 24-се апрелгә тәғәйенләнгән. Аҙна һайын санитар йомалар уҙғарыласаҡ. Санитар айлыҡ сиктәрендә ихаталарҙы сквер, йырын, парктарҙы һәм шулай уҡ йылға, күл буйҙарын таҙартыу, йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, биналарҙың фасадтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр ҡаралған. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы уңайынан ултырышта диспансеризация мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Диспансеризация хроник сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, уларҙың киҫкенләшеүенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Медицина тикшереүен 18-ҙән 39 йәшкә тиклемге граждандар өс йылға бер тапҡыр үтергә тейеш. 40 йәштән өлкәндәргә тикшереү йыл һайын үткәрелә. Диспансеризацияны йәшәү урыны буйынса иҫәпкә ҡуйылған поликлиникала үтергә мөмкин. Коронавирус темаһы һәр ваҡыттағыса көн тәртибендә. Һуңғы тәүлек эсендә генә республика буйынса коронавирус менән сирләүселәр һаны 110 кешегә артҡан, Өфө ҡалаһы буйынса 35 осраҡ теркәлгән. Пандемия башланғандан алып, баш ҡалала ғына мәкерле сир менән ауырыуҙың 10 мең 395 осрағы теркәлгән, Республика буйынса был һан 32 меңдән артҡан. Төбәк буйынса 3 млн-ға яҡын тест эшләнгән.