Өфөлә ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде

Тулыраҡ: Өфөлә ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде

Өфө урамдарында соҡорҙар әҙерәк булһын өсөн ҡалала ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде. Яңы талаптарҙың үтәлешен юл хәрәкәте хәүфефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре конторлдә тота. Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре ауырлыҡты үлсәү контролендә йөк машиналарын тикшерә. Был тәртип боҙған водителгә акт төҙөлдө. Сөнки 24 марттан Өфөлә ауыр йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Яҙғы осорҙа юл япмаһы айырыуса боҙола. Быны иҫкәртеү өсөн йыл һайын ошондай махсус саралар күрелә. Ҡалаға инеүсе йөк транспортының алғы күсәренә төшкән ауырлыҡ 6 тоннанан, ә артҡы күсәрҙәргә 5 тоннанан артмаҫҡа тейеш. Бер айға эшен туҡтатып тора алмаған ойошмалар өсөн ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы махсус рөхсәт ҡағыҙы бирә. Уны алыу өсөн йөк ташыусыларға юл япмаһына килтерәсәк зыян күләмендә аҡса түләргә кәрәк. Юғиһә, водителдәргә штраф һалына.Сикләүҙәр тураһында алдан хәбәр итһәләр ҙә, ҡағиҙә боҙоусылар ҙа, талаптарҙы үтәүселәр ҙә бар.Махсус рейдтар 22 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә йөк ташыусыларҙан ҡала бюджетына ингән аҡса юлдарҙың ремонтына һәм төҙөк хәлдә тотоуына йүнәлтелә.