Радий хәбиров студенттар менән осрашты

Тулыраҡ: Радий хәбиров студенттар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт авиация техник университеты студенттары, йәш ғалимдары менән осрашты. Унда уҡыу йорттарын берләштереү мәсьәләһе ҡаралды. Һөйләшеү барышында яңы ВУЗ республиканың фән һәм ғилем системаһын камиллаштырырға, федераль үҙәктән күберәк аҡса, гранттар йәлеп итергә, белем биреүҙе яңы юлға сығарырға, көслө белгестәр әҙерләргә, иң яҡшы сығарылыш класс уҡыусыларын беҙҙә ҡалдырырға мөмкинлек бирәсәк тип билдәләнде. Быға тиклем Башҡортостан етәкселеге уҡыу йорттарының уҡытыусылары һәм ғалимдары менән осрашҡайны.