Космонавтар менән тура бәйләнеш

Тулыраҡ: Космонавтар менән тура бәйләнеш

Башҡортостанда уҡыусылар халыҡ-ара космос станцияһы космонавтары менән бәйләнешкә сыға алды. Бынан тыш, аэрокосмик мәктәптә тәрбиәләнеүселәр йыһан киңлектәрен өйрәнә, данлыҡлы летчик-космонавтар менән аралаша. Берәүҙәр көрәк менән ҡар таҙартһа, икенселәре иһә ергә таҡталар һалып сыға. Бындай өмә бушҡа башҡарылмай, халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе уҡыусылары орбиталағы космонавтар менән бәйләнешкә сығырға әҙерләнә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән 150 уҡыусы күптән көткән хыялын тормошҡа ашырасаҡ.Орбиталағы космонавтар менән бәйләнешкә сығыр өсөн антенна һәм радиостанция кәрәк. Асыҡ һауала халыҡ-ара космос станцияһы секундына яҡынса һигеҙ километр тиҙлектә оса. Аралашыу өсөн бер нисә минут ҡына бүленә.Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә уҡыусылар һәм студенттар тәрбиәләнә. Улар авиация, техника, йыһан йүнәлешендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулаған. Уҡыусыларҙың һәммәһен йыһан станцияһындағы тормош ҡыҙыҡһындыра. Аэрокосмик мәктәбендә бының турала мәғлүмәт күп. Уҡыусылар көн һайын лекция тыңлай, бер-береһе менән аралаша, данлыҡлы кешеләр менән әңгәмә ойоштора. Мәҫәлән, Рәсәй Геройы, летчик-космонавт Михаил Корниенко бишенсе йыл аэрокосмик мәктәбенең махсус ҡунағы. Сираттағы осрашыуҙа ул балаларға йыһан тураһында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, Михаил Корниенко орбитала ике тапҡыр булған. Йыһан менән ҡыҙыҡһыныусылар летчик-космонавтҡа һорауҙарын бирҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө. Әйткәндәй, Халыҡ-ара мәктәп инде ун йыл Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты сиктәрендә эшләй. Йыһан менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап, шуға ла космонавтика серҙәрен өйрәнеү дәрестәрен йыл һайын үткәреү-төп маҡсаттарҙың береһе.