Бындай саралар мәҙәниәтебеҙҙең байлығын бөтә донъяға күрһәтеүҙән тыш, сит илдәрҙән күберәк фекерҙәштәр йәлеп итергә лә мөмкинлек бирә. Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың июнендә ҡул ҡуйғайны. Дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған сара кешелектең мәҙәни мираҫының күп төрлө булыуын күрһәтеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Ошондай тәүге фестиваль 1996 йылда Нидерландттарҙа үтте, һуңынан фольклориаданы Япония, Венгрия, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Мексика ҡабул итте.
Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша
Тулыраҡ: Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша