1 апрелдән илдә яңы ҡанундар үҙ көсөнә инде

Тулыраҡ: 1 апрелдән илдә яңы ҡанундар үҙ көсөнә инде

Карантинға ҡағылышлы льготалы түләүҙәр, водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу ҡағиҙәләре. Бынан тыш хәҙер смартфон-планшеттарға мотлаҡ рәүештә Рәсәй программалары ҡуйылырға тейеш. Граждандарҙы тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтә? Тәғлимәтте тапшырғандан һуң, хәҙер буласаҡ водителдәр автодромды айырым түгел, ә ҡала менән бергә тапшырасаҡ. Автомәктәп белгестәре әйтеүенсә, был имтихан тәү сиратта имтиханды тапшырыу шарттарын еңеләйтергә тейеш. Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙа тағы ла бер үҙгәреш бар. Хәҙер имтихан ваҡытында курсант янында инструктор түгел, ә инспектор ултырасаҡ. Юл-транспорт фажиғәһенә тарыған осраҡта, курсант машинаның ремонтын үҙе туләргә тейеш була. 1 апрель үҙгәрештәре өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә тәғәйенләнгән түләүҙәргә лә ҡағылды. Быға тиклем пособиеның база күләме итеп балаға төбәк йәшәү минимумынан 50 %-ҡа тиң сумма ҡабул ителде. Башҡортостан өсөн был биш мең һумдан саҡ ҡына күберәк. Хәҙер пособиеның суммаһы ғаиләнең килеменә бәйле була. Ғаризаны онлайн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тапшырырға мөмкин. Тағы ла бер үҙгәреш гаджеттарға ҡағылды. 2021 йылдың ғинуарынан һатыуға сығарылған телефон-планшеттар 1 апрелдән Рәсәй программалары менән тәьмин ителергә тейеш. Хоҡуҡи акт үтәлмәгән осраҡта, 1 июлдән һатыусыларға 200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Бынан тыш магазин кибеттәрендә айырым тауарҙарға хаҡ артыуы көтөлә. Мәҫәлән, 1 апрелдән тәмәкенең хаҡы 107 һумдан кәм булырға тейеш түгел. 2021 йылда тәмәке продукцияһының акцизы 20% артҡан. Йылдың икенсе яртыһында тауыҡ итенә һәм йомортҡаға хаҡ артыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта белгестәр көнбағыш майы, иген, шәкәргә киреһенсә хаҡ төшөүен фаразлай.