Илдә генә түгел донъяла ҡар һәм һыу гиҙәр уникаль машиналар етештергән "Витязь" компанияһы яңыртылған ДТ-10 МП гусеницалы транспорт сараһын сығарыуҙы яйға һала. Арктика шарттарында 60 градус һалҡында эшләргә иҫәпләнгән ҡеүәтле транспортерҙы динамик һынауза Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡта "Сода" компанияһы коллективы менән дә осрашып предприятиеның киләсәге тураһында фекер алышты. Республика башлығының эш сәфәре буйынса видеояҙманы хәбәрҙәрҙең "Аҙна йомғаҡтарында" йәкшәмбе Башҡортостан-24 каналында 12 һәм 18 сәғәттә ҡарағыҙ.
Республика башлығының Ишембайға эш сәфәре
Тулыраҡ: Республика башлығының Ишембайға эш сәфәре