Йәйге миҙгелгә әҙерләнеү сиктәрендә башҡала биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эштәр башланды. Санитар айлыҡ апрель аҙағына тиклем дауам итә. Дөйөм ҡала өмәләре 10-сы һәм 24-се апрелгә тәғәйенләнгән. Аҙна һайын санитар йомалар уҙғарыласаҡ. Санитар айлыҡ сиктәрендә ихаталарҙы сквер, парктарҙы, йырын һәм шулай уҡ йылға, күл буйҙарын таҙартыу, йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, биналарҙың фасадтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр ҡаралған.
Өфөлә яҙғы санитар айлыҡ башланды
Тулыраҡ: Өфөлә яҙғы санитар айлыҡ башланды