Көлкө көнөндә башҡалабыҙҙың матбуғат йортонда «Һәнәк биттәре буйлап» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. “Шаяра белеү, юмор тойғоһо йәшәйешебеҙҙе еңеләйтә, шаяндар — аҡыллыраҡ кешеләр”, тип ихлас шаяртып осрашыуҙы асып ебәрҙе медиа холдинг етәксеһе Фәнүр Йәғәфәров.Рәсәйҙәге берҙән бер сатира һәм юмор журналын күптәр бала саҡтан белә. Баҫма 2025 йылда үҙенең 100 йыллығын билдәләргә йыйына. Был күргәҙмәнең һәм журнал биттәрендә баҫылған карикатураларҙың авторы, билдәле рәссам Артур Вәсилов. Ул — “Һәнәк”тең художество мөхәррире. Баҫмала 1999 йылдан алып эшләй. Төрлө йылдарҙа “Башҡортостан” ҡыҙы журналында ла төшөргән. Әлеге мәлдә “Аҡбуҙат” менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Һәнәк биттәре буйлап...
Тулыраҡ: Һәнәк биттәре буйлап...