Республика ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә

Тулыраҡ: Республика ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә

Халыҡ-ара традицион культура фестивале  — VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 3 ай ваҡыт ҡалған. Был мәртәбәле сара сиктәрендә төрлө ил вәкилдәре ҡатнашлығында сағыу мәҙәни саралар ойоштороласаҡ. Ошо уңайҙан кәңәшмәлә ҡаланың туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар ҡаралды. Шуларҙың береһе - сәнәғәт туризмы. Уны үҫтереүгә йүнәлтелгән программа күптән төҙөлгән. Туристарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай сәнәғәт ойошмалары буйынса 10 экскурсия программаһы эшләй. Гастрономик туризмда ҡалышмай. Туроператорҙар ресторандар буйынса гастрономик экскурсиялар, гастротабындар тәҡдим итә.