Республика башлығы ҡарамағындағы фән буйынса советтың беренсе ултырышы үтте

Тулыраҡ: Республика башлығы ҡарамағындағы фән буйынса советтың беренсе ултырышы үтте

Фән бөгөнгө көнкүреш кенә түгел, ә киләсәк тормош өсөн эшләргә тейеш. Шуға ла уның дәүләт һәм бизнес менән берҙәм үҫеше мөһим. Республика башлығы ҡарамағындағы фән буйынса советтың беренсе ултырышында бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген фәнни берләшмәләр Федераль агентлығының Өфө ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге тип үҙгәртеү һәм Башҡортостан технология инициативаһы тураһында һүҙ барҙы. Бөгөн Өфө ғилми үҙәге 14 фәнни-тикшеренеү институтын берләштерә, уларҙа эшләгән мең ярым кешенең һәр икенсеһе ғилми хеҙмәткәр. Фән йүнәлешендәге ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу үткән йылдан әүҙемләшә бара. Был үҙгәрештәрҙең маҡсаты – ғилми тикшеренеүҙәрҙе берҙәм программаларға туплау һәм уларҙың һөҙөмтәләрен бойомға ашырыу өсөн власть, бизнес һәм фәндең берлектә файҙалы эшләүен тәьмин итеү. Башҡортостан технология инициативаһы иһә яңы быуын инновациялары даирәһендә Башҡортостан ҡаҙаныштарына мөмкинлек асыу.