Фаразлауҙар буйынса, йөк машинаһының шиналары бөткәнлектән водитель транспорт менән идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы юлға сығып китә. Белгестәр трассаның торошон да тикшерҙе, юл аварияға тиклем реагенттар менән эшкәртелгән булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылы янында 4 фура төкөшкәйне, һөҙөмтәлә трассала хәрәкәт туҡтаны. Әле авария эҙемтәләре бөтөрөлгән, автомобилдәр хәрәкәте тулыһынса тергеҙелгән.
М7 трассаһындағы аварияла фураларҙың ҡышҡы миҙгелгә әҙер булмауы сәбәпсе
Тулыраҡ: М7 трассаһындағы аварияла фураларҙың ҡышҡы миҙгелгә әҙер булмауы сәбәпсе