Синоптиктар көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә

Тулыраҡ: Синоптиктар көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә

Юлдарға ҡар һырынтылары һалыуы, федераль һәм республика әһәмиәтендәге трассаларҙа тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ араға юлға сыҡмаҫҡа, юлланған осраҡта иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанция һаҡларға кәңәш итә. Был көндәрҙә юл-транспорт идаралыҡтары, коммуналь хужалыҡтар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был йөк машинаһы Ырымбурға китеп бара. Үргә менә алмағас, хәҙер ул көтөргә мәжбүр. Һәр минут алтынға бәрәбәр, ти водитель. Ҡар яуған ваҡытта юл насар күренә. Ә автомобиль йә йөк машинаһы артынан эйәреп барыу бигерәк тә ҡурҡыныс. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаһаң да, ситкә төшөп китеүең дә ихтимал. Республиканың байтаҡ райондары һәм күрше төбәктәр водителдәре Бөрө ҡалаһы аша үтә. Шуға ла бында юлдарҙа төрлө күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаһын өсөн юлсылар ике сменала эшләргә мәжбүр. Юлсылар ауылдарға ла ҙур иғтибар бүлә. Бер нисә техника райондың төрлө яҡтарына ебәрелә. Ҡарлы ел өрөп тороуға ҡарамаҫтан Суслов ауылында юлдар таҙартылған. Ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, көн дә уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөргә кәрәк. Ҡар яуған һәм көслө ел иҫкән ваҡытта инспекторҙар ҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ла тулы әҙерлекә күсерелде. Барлыҡ район хакимиәттәренә насар һауа шарттары тураһында мәғлүмәт ебәрелгән. Юлдарҙағы хәлдәрҙе күҙәтеү өсөн республикала 4 оператив төркөм ойошторолған.