Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина хөкүмәтенә икеле. Әммә Министрҙар кабинеты эшмәкәрлеген артабан да дауам итәсәк. Рада депутаттары Арсений Яценюк хөкүмәтенә кире баһа бирҙе, әммә уны отставкаға ебәреү өсөн кәрәкле тауыштар йыя алманы.

Сүриәнең биш ҡалаһына гуманитар ярҙам килтерелгән. Аслыҡтан интеккән халыҡҡа ярҙам күрһәтеү эшен Сүриәнең ҡыҙыл ярым ай йәмғиәте һәм берләшкән милләттәр ойошмаһы үҙ-ара килешеп башҡара.

Японияның космос агентлығы астро эйч исемле фәнни-тикшеренеү юлдашын орбитаға сығарҙы. 2 тонна ярымлыҡ һәм 14 метр оҙонлоҡтағы был юлдаш йыһан киңлегендәге ҡара таптарҙы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән.

Америка президенты булырға теләүселәр һайлаусылар иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар уйлап таба. Әйтәйек, демократтар фирҡәһенән Хилари Клинтон халыҡ менән осрашыуҙа эт булып өргән.