Дан орденының тулы кавалеры Петр Поповтың ҡәберендә яңы һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Дан орденының тулы кавалеры Петр Поповтың ҡәберендә яңы һәйкәл асылды

Сарала урындағы хакимиәт белгестәре, ветерандар һәм балалар ҡатнашты. Әйткәндәй, хәҙер данлыҡлы яугирҙың ҡәберен һәм һәйкәлен Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусылары тәртиптә тотасаҡ. Петр Попов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәйәүле ғәскәрҙәрҙең разведка взводында хеҙмәт иткән. Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.