Континенталь хоккей лигаһында бөгөн даими беренселек тамамлана

Тулыраҡ: Континенталь хоккей лигаһында бөгөн даими беренселек тамамлана

"Салауат Юлаев" плей-офф алдынан һуңғы уйынын Түбәнге Камала "Нефтехимик" менән уҙғара. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияһында 4-се баҫҡыста тора. Ошо уҡ төркөмдә 5-се урын алған команда беҙҙең команда менән сирекфиналда осраша. Плейофттағы тәүге дәғүәсе йә "Аҡ барс", йә "Адмирал", йә "Автомобилист" буласаҡ. Сирекфинал уйындарын 21 февралдә Көнбайыш конференцияһы командалары башлап ебәрә. Уҙған йыл Гагарин кубогын Санкт- Петербургтың СКА клубы яуланы, "Салауат Юлаев" сирекфиналда Магнитогорскиҙың "Металлург"ынан еңелеп, төп трофей өсөн көрәштән төшөп ҡалды.