Республикала 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар

Тулыраҡ: Республикала 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар

Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәте Башҡорт сода компанияһының артабанғы эшмәкәрлеге буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Был турала Оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Коронавирус, вакцинация, ташҡынға бәйле яңы мәғлүмәттәр ҙә иғлан ителде. Республикалағы ҙурлығы буйынса 4-се урында торған предприятиеның артабанғы эшмәкәрлеген хәҙер Башҡортостан хөкүмәте хәл итәсәк. Үткән аҙнала Президент Владимир Путин контроль пакетты республикаға тапшырыу ҡарарын ҡабул иткәйне. Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә быға ҡарата үҙ фекерен әйтте.Әле ил хөкүмәте менән Башҡортостан министрҙар кабинеты компанияның артабанғы эш йүнәлештәрен барлай. Федераль үҙәк менән килешеп барлар мәсьәләләр транспорт тармағында ла бар. Республика Башлығы тармаҡ өсөн яуаплы етәкселәр алдында Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү башланғысына етдирәк тотонорға саҡыра. Был баш ҡала тирәләй иҡтисади әүҙемлекте арттырырға һәм транспорт уңайлығын үҫтерәсәк. Республиканың көнъяғы менән бәйләнеште үткән аҙнала тәүге рейсҡа сыҡҡан Орлан поезды нығыта. Планда көнсығыш һәм көнбайышҡа юғары тиҙлекле поездар ебәреү.Яҡынлашып килгән ташҡын миҙгеленә әҙерлек һәм һуңғы фараздар ҙа кәңәшмәнең көн тәртибендә. Республика буйынса 230 биләмәлә 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар. Күҙаллауҙар һауа торошона бәйле фараздарҙың иң көтөлмәгән сценарийына ярашлы төҙөлгән. Ә теүәлерәк күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, Ағиҙел, Нөгөш һәм Дим йылғаларында һыу запасы 20 процентҡа күберәк. Ҡалғандарында норманан аҙыраҡ. Кесе йылғалар көндәр йылытыу менән боҙҙан әрселә башлаған. Барлыҡ гидротехник ҡоролмалар тикшерелгән. Яҙҙың мәшәҡәттәре бынан башҡа ла етәрлек. Урамдарҙы ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сар, бысраҡтан таҙартыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Быны йәһәтләү бурысын Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә йөкмәтте.Тирә яҡты йәшелләндереү акциялары быйыл 24 апрелдән башлап 9 майға тиклем дауам итәсәк. Уларҙа 35 мең самаһы кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләр сараға мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итеү зарур. Мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһе алдан билдәләнгәнсә апрелдең тәүге аҙнаһында тикшереүгә сығарылды. Бынан ике ай тирәһе элек Радий Хәбиров аҙыҡ сифатын контролгә алырға, ата-әсәләр менән кәңәшләшергә, балаларға аҙыҡтың файҙалыһын зыянлынан айырыуҙы аңлатыу бурыстарын йөкмәткәйне. Етешһеҙлектәр табылған, уларҙы кәметеү саралары күрелгән, һөҙөмтә — социаль селтәрҙәрҙә ялыуҙар кәмегән. Коронавирусҡа бәйле хәлде анализлағандан һуң Өфөлә тәүгеләрҙән госпиталь булараҡ үҙгәртелгән Дим дауаханаһын ғәҙәти тәртипкә күсерергә ҡарар ителгән. Радий Хәбиров хәл ҡатмарлашһа тиҙ арала эште ҡайтанан ойошторорға ҡушты. Әйткәндәй, төбәктә КОВИД 19 вирусын йоҡтороусылар яйлап кәмей бара, мәкерле сир тәүлегенә 100 кешелә асыҡлана. Быға вакцинация үҙ өлөшөн индерә тигән фекерҙә табиптар. 150 меңдән ашыу яҡташыбыҙ прививканың беренсе компонентын эшләткән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа үҙәктәрендә ойошторолған күсмә пункттарға 4 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.