Өфөлә мең ярымдан ашыу йортта йәшәүселәр йылылыҡ өсөн үҙҙәре өсөн генә түгел, ә шәхси фирмалар өсөн дә түләгән. Был ҡала хакимиәте ойошторған махсус тикшереү ваҡытында асыҡланды. Гөлнара Мирғәзәмова был йортта 2005-се йылдан алып йәшәй. Шул мәлдән үк торлаҡтың беренсе ҡатындә магазин-пекарнялар урын алғайны, тимәк беҙ 15 йылдан ашыу сит ойошмалар өсөн түләгәнбеҙ, тип әсенеп һөйләй ҡатын.Пархоменко урамындағы йорттарҙың береһендә дүрт коммерция ойошмаһы урынлашҡан. Үҙҙәренең квадрат метрҙарын йорт хужаларына ла „тигеҙ„ өләшкән улар. Махсус тикшереү техник паспорттың мәғлүмәттәре БашРТСта күрһәтелгән цифраларға тап килмәүен асыҡлаған.Торлаҡ хужалары документтарҙы сағыштырып ҡарауға ғына риза түгел, улар яңынан майҙанды үлсәүҙе талап итә. Халыҡ подвалды йылытыу өсөн түләгәнлектәрендә лә шикләнмәй. Халыҡ ризаһыҙлыҡ күрһәткәндән һуң, Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙы тикшерә башлайҙар. Майҙанды дөрөҫ күрһәтмәгәнлектән, торлаҡ хужалары йылылыҡ өсөн артыҡ түләгән.Торлаҡ-коммуналь идаралығы вәкилдәре был етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, майҙандарҙы яңынан һанаясаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе.Майҙандары тап килмәгән һәр бер йортта әле махсус комиссия эшләй. Майҙандарында айырма табылған йорттар апрель айы тамамланғансы махсус ойошмаларға тапшырыла. Был иһә йылылыҡ өсөн түләүҙе аҙайтырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.
Йылылыҡ өсөн түләнгән аҡса ҡайтанан ҡасан иҫәпләнер?
Тулыраҡ: Йылылыҡ өсөн түләнгән аҡса ҡайтанан ҡасан иҫәпләнер?