Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы. Ун кеше үҙ мөйөшлө булды. Бер бүлмәле фатирҙар хәҙерҙән үк йәшәүгә әҙер. Йәштәрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был шытлыҡлы мәл – егет-ҡыҙҙарҙың күптәнге хыялы. 10 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар торлаҡлы булыу бәхетенә иреште. Фатир асҡыстарын тантаналы шарттарҙа ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков тапшырҙы. Ул фатирҙарҙы үҙе ҡарап сыҡты, йорт туйлаусылар менән аралашты, эргә-тирәлә буласаҡ социаль объекттар проекты менән таныштырҙы. Артем Пушкинға 24 йәш. Шатлығын йәшерә алмай. Яҡынлашып килгән тыуған көнөмә иң ҙур бүләк, ти Артем. Күрше генә фатир Анастасия Сивковаға бирелде. Ул 5 йәшендә үк әсәһеҙ ҡалған. Балалар йортонан һуң өләсәһе ҡарамағында үҫкән. Торлаҡҡа сиратта 3 йыл торған. Фатирҙар тулыһынса күсенеп сығыуға әҙер. Унда косметик ремонт эшләнгән, йәшәү өсөн сантехника ҡуйылған, пластик тәҙрәләр, кухня плитаһы бар. Анастасияның шатлығын бүлешергә туғандары ла килгән. Етемлектә үҫкәндәргә фатирҙар йыл һайын дәүләт һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға һатып алына. Торлаҡ яңы төҙөлгән йорттарҙан бирелә. Нормаға ярашлы бер кешегә 33 квадрат метр майҙан тәғәйен. Бер аҙна элек Кузнецов затоны биҫтәһендә 10 етем торлаҡ асҡыстарын алғайны. Йыл дауамында уларҙа Затон һәм Һупайлы биҫтәләрендә төҙөлгән яңы йорттарҙан фатирҙар тапшырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта Өфөлә торлаҡка сиратта 1188 етем тора. 2020 йылда ошо категорияға ҡараған 100 кешегә фатир бирелгән. Быйыл иһә баш ҡалала тағы 113 етем торлаҡ асҡысы аласаҡ
Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Тулыраҡ: Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды