Стәрлетамаҡта етенсе мәктәп нигеҙендә уҡыусылар араһында көрәш буйынса егерме өсөнсө спартакиаданың төбәк этабы үтте.Ярыштар рәсәй геройы Владимир Трубанов иҫтәлегенә арналды. Төнъяҡ-Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн уға үлгәндән һуң Рәсәй президенты Указы менән 1998-се йылда Рәсәй геройы исеме бирелгәйне. Әйткәндәй, “Спорт-мәктәптәргә” проекты буйынса ҡаланың етенсе мәктәбендә көрәш залы асылған. Милли көрәш менән шөғөлләнергә теләүселәр бермә –бер артҡан. Шуға ла ярыштарға етенсе мәктәп көрәшселәренә етеүсе булманы.
Стәрлетамаҡта “Спорт-мәктәптәргә” проекты уңышлы үтәлә
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта “Спорт-мәктәптәргә” проекты уңышлы үтәлә