Сергей Греков барлыҡ хеҙмәттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы

Тулыраҡ: Сергей Греков барлыҡ хеҙмәттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы

Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмәлә лә яҙғы ташҡын мәсьәләһе көнүҙәк булды. Сергей Греков барлыҡ хеҙмәттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы. Яҙғы ташҡынға әҙерлек әле көнүҙәк. Был юлы Дим районы биләмәһендә был осорға әҙерлек эштәре тикшерелде. Урындағы хакимиәт вәкиле әйтеүенсә, район хеҙмәттәре тулыһынса ташҡынға әҙер. Сираттағы мәсьәлә – Яҙғы саҡырылыш кампанияһы. Буласаҡ һалдаттар менән вакцинация үткән, йә быға тиклем коронавирус менән ауырып, ҡандарында антимәтдәләре булған хеҙмәткәрҙәр генә эшләй. Военкоматҡа килеүселәр 4 көн алдан ковидҡа анализ тапшырырға тейеш. Әлеге ваҡытта Өфөлә 7 саҡырылыш комисияһы эшләй. Һәр йылдағыса төп проблема - бер ниндәй сәбәпһеҙ армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөүселәр. Кәңәшмәлә сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек тикшерелде. 2021 йылда был мөһим һынауҙы 16 мең уҡыусы үтәсәк. Уларҙың 10430-ы 9-сы класс, 5089-ы 11-се класс уҡыусылары. 591 егет һәм ҡыҙ - уҙған йылда мәктәпте тамамлаусылар. Эпидемик хәлгә бәйле 9-сы һәм 11-се кластар өсөн быйыл дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда уҙғарыу осоро булмай. Имтихандар, быйылғы кеүек үк, хәүефһеҙлек сараларын күҙ уңында тотоп уҙғарыла. Баш ҡаланы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы санитар айлыҡ дауам итә. Ултырышты тамамлап, Сергей Греков ҡала халҡын һәм барлыҡ ойошмаларҙы 10 апрель үтәсәк дөйөм ҡала өмәһенә саҡырҙы.