Ҡышҡыһын егерме мең һумға яҡын квитанция түләргә тура килә, ти урындағы халыҡ. Электр өсөн сығым күп булыу сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр иһә өй төҙөп тә бында йәшәй алмай. Газды үҙаллы үткәреү күпмегә барып төшә? Был проблема хәл ителерме? Ҡышҡыһын өйҙө тулыһынса электр ярҙамында йылытабыҙ, шуға ла ай һайын ун ике меңләп аҡса түләргә тура килә, тип зарлана Фарис Фәизов. Йорт янында ғына газ торбаһы тора, ләкин ул ҡулланылмай. Ғаилә быйыл үҙ аҡсаларына булһа ла газ үткәрергә теләгән, тик уның хаҡын ишетеп улар шаҡ ҡата. Үрге Юлдаш ауылының Көнсығыш, Байсурин, Көньяҡ урамында яҡынса һикһәндән ашыу йорт, әммә ни бары утыҙында ғына кеше йәшәй. Электр уты өсөн егерме мең һумға яҡын квитанция алыусылар ҙа бар. Шуға ла ҡышҡыһын туғандарҙа йәшәп тороу-берҙән –бер ысул. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, газ торбалары йорттарҙан яҡынса утыҙ-ҡырҡ метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Быны беҙ әле үҙ күҙҙәребеҙ менән дә күрәбеҙ. Ләкин уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, ти йәшәүселәр. Теүәл ете йыл өс урам халҡы газ үткәреүҙәрен һорай. Үрге Юлдаш ауыл старостаһы Марсель Ҡотлоғилдин район хакимиәте һәм Ергән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Газды тәүҙә 2017-се йылда үткәрәбеҙ тигән хат ала, һуңынан 2018, 19, 20. Вәғәҙә 4 йылға һуҙыла. Ауылда өс трансформатор ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ул көскә эшләй. Ҡышҡы көндәрҙә утһыҙ, йылыһыҙ ултырған саҡтар ҙа булды, тип иҫләй халыҡ. Квитанцияны ваҡытында түләү өсөн күптәренә бурысҡа батырға тура килә.Газ мәсьәләһе буйынса һорауҙарға яуап алыу маҡсаты менән халыҡ йәнә ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә ауыл биләмәһе башлығы урынында юҡ. Телефондан да аныҡ яуап алып булмай.Республика капиталь төҙөлөш идаралығы инженер инфраструктураһы объекттарын булдырыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Әле Мәләүез районының исемлектә булыуы билдәле. Ғариза ҡаралғас, уны Башҡортостандың төҙөлөш министрлығына ебәрәләр.Үрге Юлдаш ауылы халҡы үҙ аллы газ үткәрер ине, әммә уның өсөн эш хаҡы етмәй. Шуға ла пенсионер һәм күп балалы ғаиләләр был проблеманың ҡасан да булһа хәл ителеүенә өмөтләнә.
Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының өс урамы газһыҙ интегә
Тулыраҡ: Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының өс урамы газһыҙ интегә