Өфөлә тәүгеләрҙән ковид-госпиталь булараҡ үҙгәртелгән Дим дауаханаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хәл ҡатмарлашһа тиҙ арала эште ҡайтанан ойошторорға ҡушты. Башҡортостанда әле коронавирус йоҡтороусылар яйлап кәмей бара, мәкерле сир тәүлегенә 100 кешелә асыҡлана. Быға вакцинация үҙ өлөшөн индерә тигән фекерҙә табиптар. 150 меңдән ашыу яҡташыбыҙ прививканың беренсе компонентын эшләткән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа үҙәктәрендә ойошторолған күсмә пункттарға 4 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.
Дим дауаханаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы
Тулыраҡ: Дим дауаханаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы