Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Өфөнөң “Башҡортостан” лайф-стайл, “Мега”, “Планета” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “СитиМолла” сауҙа үҙәктәрендә әле вакцина яһатырға мөмкин. Сауза уҙәгенә күптәр кейем һалым артынан килһә, бәғзе берәүҙәр коронавирустан привика эшләтә. Вакцинация пункттары 18 йәше тулған граждандарҙы ҡабул итергә әҙер. Прививкаға алдан яҙылыу кәрәкмәй.Бары тик үҙең менән паспорт, мотлаҡ страховкалау полисы һәм СНИЛС алырға кәрәк. Эльвира Төхвәтуллина бар документтарҙы ла үҙе өсөн дә, әсәһе өсөн дә тултыра. 72 йәшлек Роза Әхмәтова киң мәғлүмәт сараларында мобиль пункттар хаҡында ишеткәс тә, ҡыҙы менән килешеп үҙҙәренә яҡын булған урынға — сауҙа үҙәгенә килеп короновирустан вакцина эшләтергә ҡарар иткән.Әгәр ҙә үҙең менән паспорт ҡына бар икән, борсолорға урын юҡ. Оператор махсус программа аша бар документтарҙы ла табып тулы мәғлүмәтте теркәп ҡуя.Короновирустан вакцинация бушлай һәм кешенең үҙ теләге менән яһала. Анкета тултырғас, терапевт пациентты ентекле тишерә, шунан ғына прививка эшләтергә рөхсәт ителә. Процедура 40 минут ваҡыт талап итә, шуның ярты сәғәтен вакцина эшләткәндән һуң ял итеп ултырырға кәрәк. Табип ошо ваҡытта пациенттың хәлен күҙәтә. Әгәр ул үҙен насар тоя башлаһа, урында уҡ ашығыс ярҙам күрһәтелә.Препараттар бөтә талаптарға ярашлы һаҡлана. Әйткәндәй, тәүге вакциналарҙың бер ампулаһы 5 миҡдарға бүленһә, хәҙер иһә һәр кешегә шәхсән, айырым бер ампула тәғәйен. “Башҡортостан” лайф-стайл сауҙа –күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан вакцинация пунктында көн дә прививка яһатырға килеүселәр һаны арта. Тәүге көндөрҙә 20 кеше генә теркәлһә, хәҙер иһә вакцинацияны көнөнә 100-ҙән ашыу кеше үтә. Вакцинаның тәүге компонентын эшләткәндәр 21 көндән һуң ошо уҡ урынға килә ала. Ҡәҙимге мобиль пункттар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Өфөлә “Мега”, “Планета” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында “СитиМолла” сауҙа үҙәктәрендә прививка эшләтергә теләүселәрҙе ҡабул итә.
Өфөлә мобиль пункттарҙа привика эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта
Тулыраҡ: Өфөлә мобиль пункттарҙа привика эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта