Өфөнө айыуҙар баҫа

Тулыраҡ: Өфөнө айыуҙар баҫа

Баш ҡала вольерында хәҙер уларҙың һаны тиҫтәгә яҡынлай. Айыу балалары ғинуарҙа донъяға килһәләр ҙә, уларҙы тик был аҙнала ғына күрһәттеләр. Маша, Настя һәм Кнопка ҡушаматлы инә айыуҙар ғинуар айында тоҡом килтерһәләр ҙә, уларҙың балаларын кеше күҙенә күрһәтмәҫкә тырышҡандар. Беренсенән, айыу балалалары тәүҙә сибек була, икенсе сәбәп – уларҙы ауырытмаҫҡа тырышыу. Тағы ла шуныһы, һәр вольер һәм зоопарк та ошондай ҡыуаныслы ваҡиғаны йәшереп тота. Быныһы күҙ теймәү өсөн. Айыу балалары өлкәндәр менән бергә аҫыралмай. Сөнки, йыртҡыстарҙың вольер шарттарында үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күҙаллауы ҡыйын. Инә айыуҙар, ғәҙәттә, үҙ балаларын кешегә ҡаршы ҡоторта белә.Ни тиһәң дә, айыу балаһы сабый кеүек — иркәләргә ярата, шаярырға онотмай. Уларға ит тә, икмәк тә бирмәйҙәр. Шәкәрле йылы һөт әлегә төп ризыҡ. Тайыштабандарҙы ике сәғәткә бер, тәүлегенә ун ике тапҡыр ашаталар. Бер эскәндә улар ярты, бер литр һөттө “ыһ та” тимәй һемерә ала. Өфө вольерындағы өс айыу балаһының икеһе үҙен тыныс тотһа, берәүһе һәр саҡта ла ҡысҡырырға, ырылдарға, хатта сыйнарға ярата. Йәнлектәрҙе ҡараусылар әйтеүенсә, сәрелдәк айыу балаһы үҙенең танауы башҡаларға ҡарағанда ҙурыраҡ булыуы менән маҡтана.Өфөләге йәнлектәр вольерында айыуҙар егерме йыл самаһы аҫырала. Ошо осорҙа улар илленән ашыу тапҡыр балалап, уларҙың тоҡомдары Рәсәй төбәктәренә таралған. Быларын да тиҙҙән төрлө цирктар һатып аласаҡ.