Ер ныҡлап туңғас ҡар һыуы һеңеп өлгөрмәй. Бигерәк тә шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә ауырға тура килә. Өфө янында тиҫтәләгән өй һыу эсендә ҡалды. Ә бит әле ҙур йылғаларҙа боҙ китмәгән. Елена Иглина аллеяһы урамында күләүек түгел, ә быуа барлыҡҡа килгән. Район үҙәге өсөн был матур күренеш түгел, әлбиттә. Урамды баҫҡан ҡар һыуҙарына өлкәндәрҙән айырмалы балалар шатлана. Улар тюбингты кәмә урынына файҙалана. Әммә ата-әсәләре малайҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай.Йәйен был урында йырын булған. Хәҙер уны ҡар һыуҙары тултырған. Юл буйында ғына тәрәнлеге 1 метр самаһы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, төптәрәк 4-5 метрға ла етә.Халыҡ юлды тулыһынса йыуып, аҫтараҡ урынлашҡан йорттарҙы ҡар һыуҙары менән баҫыр, тип борсола. Өҫтәрәк тағы ла бер урам, бында ла хәл яҡшыларҙан түгел. Балаларға мәктәпкә барыр өсөн төрлө ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килә. Юл ситендә көрт булһа, ҡар һыуынан юлдың үҙе үтә алмаҫлыҡҡа әйләнгән. Район хакимиәте белгестәре мәсьәләнең айышына төшөнгәс, шунда уҡ техника ебәрҙе. Әммә проблеманы тиҙ генә хәл итеп булмаясаҡ.Иглин районында Ҡояшҡай балалар баҡсаһына ла юлды ҡар һыуы баҫҡан. Халыҡ Ғафури районында ла урамдарҙа ҡар һыуы тип хәбәр итте. Ә был видеоны Өфөнөң Калинин районында төшөргәндәр. Карпов ауылында ҡотҡарыусылар төнө буйы 1 мең 700 кубометр һыу һурҙырып ала. Ҡар тиҙ иреүен иҫәпкә алып, улар китергә ашыҡмай. Бында асфальт һалынған юл юҡ. Кешеләр ҙур автомобилдәрҙә генә үтә ала.Престижная урамында ла ҙур ғына соҡорға күләүек йыйылған һәм ул көндән көн киңәйә бара.Белгестәр ҡар һыуҙарын тиҙ генә ҡайҙалыр йүнәлтеү мөмкин түгел тип белдерә һәм халыҡҡа алдан кәрәкле әйберҙәрҙе өҫкәрәк күсереп ҡуйырға кәңәш итә.Альберт Йомағолов. Өфөнөң Калинин районы граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе.Йылҡыбай ауылында ла бер йорт ҡар һыуы ҡамауында ҡалған. Алһыу Раузалар урамында йәшәүсе Прохоровтар эвакуациянан баш тартҡан. Уларҙың йортонан бер-нисә көн һыу һурҙыралар. Яңыраҡ Нижегородҡа биҫтәһендә ҡотҡарыусылар эшләне. Шаҡша ҡасабаһына ла һыу килә тигән хәбәрҙәр бар. Ә ял көндәренә синоптиктар 17 градусҡаса йылыта тип белдерә. Тимәк ҡар тағы ла тиҙерәк ирей башлай.Ҡар һыуҙарынан тыш, халыҡҡа ҙур йылғалар ҙа янай. Кеселәре боҙҙан асылған, ә бына Ағиҙел кеүек оло йылғаларҙа апрель урталарында боҙ китер, тип көтөлә. Быйыл республикала 256 ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Ҡотҡарыусылар төрлө хәлдәргә әҙер булыу кәрәклеген билдәләй.
Көндәр ҡапыл йылытҡас биләмәләрҙе һыу баҫа башланы
Тулыраҡ: Көндәр ҡапыл йылытҡас биләмәләрҙе һыу баҫа башланы