Республикала халыҡҡа кредит алырға ярҙам иткән шикле ойошмалар һаны арта. Кеше иҫәбенә байығырға теләүсе брокерҙар бер кешенән кәмендә илле мең һум аҡса һорай. Мутлашыусылар ҡулына нисек эләкмәҫкә һәм уларҙан нисек һаҡланырға? Һуңғы арала кредитка онлайн ғариза ҡалдырыу халыҡ араһында киң тарала. Тик ҡайһы саҡ бындай ысул намыҫһыҙ брокерҙар өсөн еңел аҡса эшләү ысулына әйләнә. Яңауылдан Сәғитовтар һәм Ҡырмыҫҡалы районынан Ғәзизовтар ғаиләһе ошо хәлгә тарыған. Өфө финанс үҙәге ойошмаһы менеджеры ике ғаилә менән дә килешеү төҙөй. Һөҙөмтәлә Сәғитовтар 35 мең, Ғәзизовтар 50 мең һум түләй. Ойошма менеджеры Илдар Ҡаҙаҡбаев был һүҙҙәр менән килешмәй. Килешеүгә ярашлы, брокерҙар имеш клиенттар менән консультация үткәреп уларҙың шәхси мәғлүмәттәрен тикшерергә тейеш була. Тик бының урынына улар Сәғитовтарҙан һәм Ғәзизовтарҙан тағы ла аҡса һорай. Офиска барып инеү менән бөтәһе лә ҡасыу яғын ҡараны. Ойошманың етәкселәре менән иһә һөйләшеп булманы. Республиканың Роспотребнадзор идаралығында һәр килешеүгә ҡултамға ҡуйыр алдынан уның нескәлектәре менән танышырға кәңәш итә. Белгестәр Сәғитов һәм Ғәзизовтар ғаиләләренә дәғүә яҙырға ярҙам итте. Республикала кредит алыуҙа һәм башҡа финанс алымдарҙа ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар йылдан-йыл арта. Уларға мөрәжәғәт итер алдынан, тәү сиратта, уның эшмәкәрлеге менән танышыр кәрәк, ти белгестәр. Кредит алыу, пенсия күләмен арттырыуҙа юридик ярҙам, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәренән ҡотолоу һәм башҡа иғландар. Күпселек осраҡта был ҡармаҡҡа оло йәштәгеләр эләгә. Ҡыҙғанысҡа күп осраҡта мутлашыусыларға биргән аҡсаны кире ҡайтарып булмай. Шуға ла белгстәр халыҡты иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Кредит алыр өсөн күпме аҡса түләргә кәрәк?
Тулыраҡ: Кредит алыр өсөн күпме аҡса түләргә кәрәк?