Тәүгеләр исемлегендә — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәрен Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары дәртле бейеү менән ҡаршы алды. Һалдат образындағы егеттәрҙең сағыу сығыштары үтеп барыусы кешеләрҙең дә кәйефен күтәрҙе. Ошондай театрлаштырылған тамашанан башланып киттте “Башҡортостан 24” каналында Башҡорт дәүләт академия драма театры көнө.Һалдаттар бейеүе “Ат уйнатып алдан бара..” исемле театрлаштырылған тамашанан. Генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары иҫтәлегенә бағышланған спектаклде тамашасылар яратып ҡабул итте. Премьераһы 2020 йылдың аҙағында булһа ла, әле лә спектакль аҙнаһына ике тапҡыр тиерлек ҡуйыла. “Ат уйнатып алдан бара” спектаклендәге хат ташыусы ҡыҙ Ғәлиәнең Сөләймән исемле герой менән диалогынан эпизодты “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында күрергә мөмкин ине. Ә инде театрҙың иң моңло артистарының береһе Артур Кәбиров ҡулына гитараһын алып тамашасыларға йырлы күстәнәс тә бүләк итте.Театрҙың тарихы, уның легендар шәхестәре менән 20 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған халыҡ артисы Сара Буранбаева таныштырҙы.Шулай, Башҡортостан 24 каналында көнө буйына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының актерҙары менән интервьюлар, спектаклдәрҙе, улар ҡатнашлығында тапшырыуҙарҙы күрергә мөмкин ине. Рәсәй медиаүҙәгендә театр етәкселеге һәм артистар ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ла уҙҙы. Коллектив әлеге мәлдә ныҡлап Ҡазанға гастролдәргә әҙерләнә. 13-сө апрелдән 17-се апрелгә тиклем башҡорт спектаклдәре Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ. Гастроль репертуарында 7 спектакль, араларында премьералар ҙа бихисап. Шуларҙың береһе — яңы ғына Өфө тамашасыһына тәҡдим ителгән “Йәш ғаилә фатир эҙләй” спектакле. Әйткәндәй, Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр башланып ҡына тора. Киләһе аҙна Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһен ҡунаҡҡа көтәбеҙ, ә 21 апрель “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамленә бағышланасаҡ.
“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды
Тулыраҡ: “Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды