Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай ҡыуанысы менән уртаҡлашырға, танышырға, уҡытыусыларын маҡтарға, рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ашыға.Ошондай талантлы йырсы балаларҙы инде 4-се йыл рәттән “Апрель” республика вокал сәнғәте бәйгеһе йыя. Сәхнәлә иң-иңдәр сығыш яһай. Уларға үткән йылдарҙағы конкурс еңеүселәре ярҙам итә.Балаларҙы район-ҡалаларҙан бөтә яҡлап та әҙерләп оҙатҡандар, улар өсөн сәхнә кейемдәре лә тектерелгән.Сығыш яһаған балалар бер-береһен ҡарап тәжрибә арттыра. Ә ҡайһы берҙәренең дуҫлығы нығына. Амалия менән Физәлиә, мәҫәлән, икеһе ике райондан. Йыр уларҙы дуҫлаштырған.100-ҙән ашыу кешенең бөтәһен дә сәхнә артында йырлатып ҡарап өлгөрмәнек, шулай ҙа төп приз – Гран-прины алған ҡыҙҙы яҙҙырып алдыҡ.Был Октябрьский ҡалаһынан Влада Туватина. Тап ул “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсының быйылғы еңеүсеһе. Апрель Өфөгә йырлап килеп инде. Яҙҙың икенсе айының тәүге ялдары “Торатау” конгресс-холын моңға күмде. Еңеүгә ынтылыш, йырға һөйөү был бәләкәстәрҙе ҙур сәхнәләргә илтә. Уларҙың сығышы төрлө бәйгеләрҙең генә түгел, ә ҙур концерттарҙың биҙәге, тамашасылар өсөн — ҡыуаныс, яҡындарына – һөйөнөс.
Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте
Тулыраҡ: Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте