Өфөлә иғлан ителгән "Бурыс" операцияһы тамамлана

Тулыраҡ: Өфөлә иғлан ителгән "Бурыс" операцияһы тамамлана

Юл полицияһы аҙна дауамында һалынған штрафтар буйынса бурысын түләргә теләмәгән водителдәрҙе асыҡланы. 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән законға ярашлы, һалынған штрафты ике ай эсендә түләргә кәрәк. Түләмәүселәр — суд ҡарары менән мәжбүри эштәргә ҡушылыуы, 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ихтимал, йә штраф суммаһын икеләтә түләргә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан юл инспекторҙары был көндәрҙә йәнә бер операция уҙғара. Февраль аҙағына тиклем йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе тикшерелә.