Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡты ҡабул итте

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡты ҡабул итте

Республика район-ҡалаларынан килгән кешеләрҙе төрлө мәсьәләләр борсой. Осрашыуҙа социаль, төҙөлөш, юлдар кеүек проблемалар ҡаралды. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән йәш ҡатындар „Бала табыу йорттары„ төркөмө ағзалары. Улар яңғыҙ әсәләргә һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә сабыйҙар өсөн махсус ризыҡ етмәүенә борсолоу белдерҙе.Һуңғы осорҙа илдә спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Хәҙер теләгән һәр кем ГТО нормаларын тапшыра ала. Сәләмәт тормошҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатында Алмаз Ғатауллин Өфөлә Евразияның Воркаут фестивален уҙғарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Сара быйыл сентябрь айында үтәсәк.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, күпселек мөрәжәғәттәрҙе еңел хәл итеп була. Ләкин, урындағы властар эшләп еткермәй.Республика етәксеһенә бөгөн генә 10 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың күбеһе социаль өлкәгә ҡағылды. Рөстәм Хәмитовҡа йылына 20 мең самаһы мөрәжәғәт теркәлә була.