Башҡортостан хөкүмәте һәм Башнефть компанияһы араһында килешеү имзаланды

Тулыраҡ: Башҡортостан хөкүмәте һәм Башнефть компанияһы араһында килешеү имзаланды

Өфөлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһауҙан тыш, Башҡортостан хөкүмәте һәм Башнефть компанияһы араһында килешеү имзаланды. Документҡа Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм предприятие президенты Александр Корсик ҡул ҡуйҙы. Килешеү яҡтарҙың мәғлүмәт менән алмашыу яуаплылығын билдәләй. Йәғни, Башнефть компанияһы даими рәүештә эшмәкәрлеге тураһында министрҙар кабинетын иҫкәртергә тейеш.Үҙ сиратында, Башҡортостан хөкүмәте компанияның тәбиғәтте һаҡлау саралары хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә тейеш. Башҡортостан хөкүмәте һәм предприятие экология өлкәһендә күптән хеҙмәттәшлек итә. Яҡтар араһында тәүге килешеүгә 2013 йылда уҡ ҡул ҡуйылғайны. 2015 йылда министрлыҡ 6 меңдән ашыу тикшереү үткәргән. Уның барышында тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә 4 мең 200 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Штраф күләме 46 миллион һумға баһалана. Уҙған йылда ҡанундарҙы үтәмәгән өсөн ваҡытлыса 14 предприятие эшмәкәрлеге туҡтатылған. Төп сәбәбтәре – һауаны зарарлы матдәләр менән бысратыу, экологик талаптарын һанға һуҡмау. Был ойошмалар етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс кенә, эшмәкәрлеген дауам иткән.