Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Истамбулда йәшәүселәр яңы теракттарҙан ҡурҡа. Ҡала урамдары халыҡ менән тулы. Әммә кешеләр халыҡ күп йыйылған урындарҙы урап үтергә тырыша. Террор ғәмәле булыу ихтималлығынан ҡурҡып эшҡыуарҙар кибеттәрен япҡан һәм туристар ҙа ял итергә башҡа илдәргә барыуҙы хуп күрә.

Брюссель ҡасаҡтарға квота индереү тураһындағы ҡарар Европа берлеге закондарына тап килмәй тип Венаға ҡаты иҫкәтеү яһаған. Әммә Австрия үҙ планын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Көн һайын тик 80 кешегә генә ҡасаҡ статусы биреләсәк.

Австралияның Вангаратта ҡалаһы урамдарын бына ошондай үлән баҫҡан. Халыҡҡа йорттарын, урамдарҙы сүп үләненән таҙартырға ҡушылған.