Баш ҡала халҡын сираттағы йәрминкәләрҙә көтәләр

Тулыраҡ: Баш ҡала халҡын сираттағы йәрминкәләрҙә көтәләр

21 һәм 22 февралдә Өфөнөң ике майҙанында ауыл хужалығы тауарҙары менән сауғҙа ойошторола. Дим биҫтәһендәге Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөндә һәм Орджоникидзе майҙанында йәрминкәләр йәйелдерелә. Етештереүселәр бөтә райондарҙан да килеп һатыу итә ала, бының өсөн алдан иҫкәртеү талап ителмәй.