„Торатау„ конгресс-холында „Айык ауыл – 2020„ конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау. Конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнде. Финалистар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм һәр ҡайһыһы 2 млн һумдан алып 5 млн һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Айык ауыл – 2020
Тулыраҡ: Айык ауыл – 2020