Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге фоторәсемдәре урын алған. Проект “Куба менән дуҫлыҡ Рәсәй йәмғиәте” менән берлектә ойошторолған. Әйткәндәй, “Куба менән дуҫлыҡ Рәсәй йәмғиәте” ойошмаһы әле 1964 йылда булдырылған совет-куба дуҫлығы йәмғиәтенең эшмәкәрлеген дауам итә. Дуҫлыҡ йәмғиәтенең беренсе президенты итеп Советтар Союзы Геройы Юрий Гагарин һайлана. Экспозиция 30 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Фотопроект йыһанға юл ярған беренсе космонавтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Беренсе: Гагарин һәм Куба
Тулыраҡ: Беренсе: Гагарин һәм Куба