Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен хас көсөк кеүек тота. Бер йыл эсендә күршеләр ҙә фатирҙа йыртҡыс йәшәүенә күнегеп бөттө, ти Алида. Был фотоһүрәттәрҙә уға ни бары 28 көн. Кира ҡушаматлы йыртҡыс 75 процентҡа бүре булһа, ә ҡалған гендары-эттеке. Шуға күрә йыртҡыс сифаттары күберәк. Бүре үҙенең хужаһын Алиданы ғына тыңлай. Ултыр, ят, тор тигән бойороҡто белә, хужаһы эш менән булғанда уға ҡамасауламай. Кира көнөнә ике тапҡыр ашай. Ике килограмм ит, йәшелсә бирергә тырышам, ти Алида. Күп ҡатлы йорт фатирында йыртҡыс йәшәй тигән хәбәрҙе ишетеп, ялыу, дәғүә яҙыусылар ҙа булған. Тик хәҙер барыһы ла яҡшы, ти Алида. Саф һауала йөрөргә сыҡҡанда бүре менән фотоға төшөүселәр ҙә бар. Әйткәндәй, хужа йыртҡысты көнөнә өс тапҡыр тышҡа алып сыға. Морондоҡ мотлаҡ кейҙерелә. Бүре менән урам буйында йөрөгән саҡта ошондай махсус бауҙы ҡулға ныҡ итеп урарға кәрәк. Әлбиттә, минең бындай тәжрибәм юҡ, шуға ла уның хужабикәһе минең янымда була. Кира үҙен тыныс тотһа, уға тәмлекәстәр ҙә эләгә. Йыртҡыс менән тышта икешәр сәғәт йөрөргә кәрәк. Фатирҙа ла урын тарыраҡ. Шуға ла Насыровтар ғаиләһе тиҙҙән ҡаланан ситтә урынлашҡан йортҡа күсергә йыйына. Бүре яңы торлаҡҡа тиҙ өйрәнер, тип ышана ул.
Йыртҡыс менән бер фатирҙа
Тулыраҡ: Йыртҡыс менән бер фатирҙа