Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был видеояҙмалар интернет селтәрендә таралғас тейешле хеҙмәттәр тиҙ арала һыу юлдарын таҙартҡан. Аҙна аҙағына көндәр тағы ла йылытты. Һыу ташыу осраҡтары булһа тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итергә мөмкин. Берҙәм телефон һандыра 112. Республика буйынса быйыл 230 биләмәлә 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар. Күҙаллауҙар һауа торошона бәйле фараздарҙың иң көтөлмәгән сценарийына ярашлы төҙөлгән.
Ташҡынға әҙер бул!
Тулыраҡ: Ташҡынға әҙер бул!