Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы

Тулыраҡ: Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы

Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡанаты аҫтында был конкурс эскелек һәм суррогатҡа ҡаршы көрәш менән генә сикләнеп ҡалманы. Заман сиренең сәбәптәрен асыҡлап, эҙемтәләрен анализлау ҙа хәҙер тәүбурыстар исемлегендә. Быйыл Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итте. Еңеүселәр дүрт категория буйынса билдәләнде. Финалистар 5,3 һәм 2 миллион һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде. Был суммаларҙы финалситар үҙ ҡарамағына ауылды төҙөкләндереүгә тотона аласаҡ.