Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн ҡаҙағында.
Ни өсөн мәғариф өлкәһенә бәйле бер генә йыйын да робот күргәҙмәһенән башҡа үтмәй. Сер шунда - тап ошо мауыҡтырғыс конструктор ҡоролмалары белемде уйнап ҡына үҙләштерергә булышлыҡ итә. Робот техникаһы уҡыусыларҙы техник йүнәлештә һөнәрҙәр алырға ғына өндәмәй, ә ойошҡанлыҡҡа, шәхси үҫешкә, технологик һәм мәғлүмәти платформаларҙың төрлөһөндә эшләргә өйрәтә. Хәҙерге мәктәп мәғарифына һуңғыһы айырыуса мөһим. “Ҡанатлан “ форумының өсөнсө ултырышнда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Радий Хәбиров уҡытыусыларға ихлас рәхмәт әйтте. Бер йыл элек көтмәгәндә килеп тыуған дистанцион белем биреү шарттарында баҙап ҡалмай үҙ бурысын лайыҡлы үтәп сыҡҡан өсөн. Мәғариф алдынғылары республика башлығы ҡулынан юғары дәүләт наградаларын да алды.
Яңы мөмкинлектәрҙе иһә мәктәп мәғарифы тәү сиратта белем сифатын камиллаштырыуға йүнәлтергә ниәтләй. Быйылғы форумдың төп темаһы педагогтарҙың онлайн фекер алышыу майҙанында ла, түңәрәк өҫтәл артында күҙгә-күҙ аралашыу мәлендә лә тикшерелә. Әйткәндәй, белем кимәле, уҡыусыларҙың дәрестәрҙә мәктәптән ситтән тороп ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, түбән күрһәткестәргә ҡалманы. Республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 127 бала 100 балға тапшырған. Республика башлығы имтихандарҙы ойоштороу эшен артабан да юғары кимәлдә тоторға өндәй. Республикала “Мәғариф” милли проекты уңышлы бойомға ашырыла. Мәктәп мәғарифының үткән ике форумында ҡабул ителгән ҡарарҙар ҙа ваҡытлы һәм урынлы, ти йыйында ҡатнашыусылар.
Быйыл форумға мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән 500-ҙән ашыу белгес килде. Белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алышыуҙа Федерация Советы комитеты рәйесе урынбаҫарынан башлап урта мәктәп уҡыусыһына тиклем дәрәжәләге ҡатнашыусылар белем сифатын яҡшыртыу һәм мәктәп мәғарифын үҫтереү йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәрен индерҙе.
Белем сифатын мәктәп мәғарифын цифралаштырып, балаларға өҫтәмә белем биреү әмәлен күреп, уҡытыусыларҙың һөнәри әҙерлеген заман талаптары буйынса камиллаштырып һәм төбәктәге көслө мәктәптәрҙең кесе мәктәптәргә ярҙам итеү ысулдарын табып яҡшыртырға мөмкин. Бар маҡсаттарҙы бер майҙанда бойомға ашырыр өсөн “Ҡанатлан” форумы Башҡортостанда электрон мәктәп булдырырға ҡарар итте.