Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына әҙерләгән. Уларҙың һәр осрашыуы 6 йәшлек Иван өсөн дә, уның ғаиләһе өсөн дә оло шатлыҡ. Иван Русских Азаматты балаларса ихлас ярата. Ә уларҙың танышыуына әле бер йыл да юҡ. 2020 йылдың июль айында тап Азамат Салауат улы оло фажиғәнән бәләкәй Иванды ҡотҡарған. Үткән йылдың июль айында Русских ғаиләһе Ҡараиҙел районында Павлов һыуһаҡлағысында ял итә. Иван атаһы менән кәмәлә йөҙгәндә ҙур тиҙлектә икенсе кәмә килеп бәрелә. Ғәйепле иҫерек хәлдә булған була. Бәләкәй Иван иң күп йәрәхәттәр ала. Иванға ҡатмарлы операция башҡарыла. Һуңынан оҙайлы реабилитация. Тик әле яңы ғына тулы ҡеүәттә Иван балалар баҡсаһына йөрөй башлаған, оҙаҡламай бассейнда ла йөҙөргә өйрәнәсәк.
Ошо фажиғә көнөнән һуң ярҙам иткән кешене Русских ғаиләһе социаль селтәрҙәргә мөрәжәғәт итеп таба. Азамат Ғиззәтуллин дауаханаға килеп Ивандың хәлен белешеп тора, хәҙер улар айырылғыһыҙ дуҫтар. Русских ғаиләһе Азаматтың намыҫлы башҡарған ярҙамы өсөн Рәсәй Президентына хат яҙа һәм үҙ батырын бүләкләргә һорай, яуап оҙаҡ көттөрмәй. Азамат Ғиззәтуллин Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Азамат Ғиззәтулин Һөнәре буйынса табип һәм һыуҙа ла яҡшы йөҙөүсе ул. Үҙенең ярҙамын батырлыҡ, тип иҫәпләмәй, бер-береңә ярҙам итеү һәр кемдең бурысы, ти егет. Ғөмүмән, медицина хеҙмәткәрҙәренең эше көн дә кешегә ярҙам итеү менән бәйле. Азамат Ғиззәтуллин тантаналы бүләкләүҙән һуң эшенә йүгерҙе. Өфөнөң 18-се поликлиникаһында уны пациенттар көтә. Табиптың эш ваҡыты тығыҙ, әммә яңы дуҫтары өсөн ул һәр ваҡыт табырға тырыша. Иван өсөн бергә саф һауала ғына йөрөү ҙә оло шатлыҡ, сөнки ыңғай хис-тойғолар һәм ғаиләнең мөхәббәте, иғтибары бар ғазаптарҙан арындыра, тиҙерәк организмды тергеҙергә ярҙам итә, ти Русскихтар ғаиләһе.