Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты

Оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы район етәкселәре өсөн был мәсьәләлә ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын белдерҙе. Ташҡынға бәйле тәүфараздарға буйһонмайынса кинәт ирегән ҡар һыуҙары республикалағы бихисап биләмәләрҙе баҫты. Дүшәмбе иртәһендә 106 йортҡа һыу инеүе хаҡында хәбәр ителде. Шуларҙың байтағы Бишбүләк районы Аҙнай ауылында. Урындағы халыҡ тәбиғәт ғәрәсәте менән бергә социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте менән көрәшә. Ярҙам юҡ, мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй тигән ялыуҙар күп баҫыла. Радий Хәбиров район етәкселәренә юғарынан ярҙам һорауҙан тартынмаҫҡа саҡыра. Яҙ миҙгеленең тағы бер күстәнәсе – юлдарҙағы соҡорҙар менән көрәште лә лайыҡлы үтеү бурысы ҡуйылды. Төп алым булараҡ ҡулланыласаҡ эҫе асфальт етештереү менән 26 асфальт-бетон заводы шөғөлләнә. Соҡорҙар хаҡында оператив мәғлүмәт мобиль ҡушымта аша килеп торасаҡ. Уны теләүсе һәр кем еткерә ала. Коронавирусҡа бәйле хәл йәнә сикләүҙәр талап итеүе ихтимал тине үҙ сығышында вице-премьер Максим Забелин. Ул, тәү сиратта, ҡайһы бер сит илдәр менән сиктәрҙе ябыуға бәйле, сөнки Төркиә һәм Европала вирустың өсөнсө тулҡыны көсәйә. Башҡортостанда әлегә 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция дауам итә. Вакцинация әүҙем фазаға күсте. 177 мең кеше прививканың беренсе, 108 мең кеше ике компонентын да һалдырған. Уларҙың 40 проценты өлкән йәштәгеләр. Ситуация үҙәгенә килгән күпселек шылтыратыуҙар тап ошо мәсьәләгә бәйле булһа, күптәр прививканың ҡайһы төрө яҡшыраҡ тигән һорау бирә.Коронавирусҡа бәйле хәлдең нисек буласағын анализлап республикала һабантуйҙарҙы уҙғарыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, тине Радий Хәбиров. Ә балаларҙың йәйге ялы ҡаты сикләүҙәр менән булһа ла мотлаҡ ойошторолорға тейеш. Юллама хаҡтары раҫланған. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән, ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙа бер көн өсөн 902, мәктәп янындағы хеҙмәт лагерҙарында көндәлек түләү 102 һум торасаҡ. Студенттарҙың йәйге ялын да хеҙмәт менән файҙалы ойоштороу башланғысы яңғыраны Оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров студент хеҙмәт отрядтарын әүҙемләштерергә саҡырҙы.Йола буйынса оператив кәңәшмәлә кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр иғлан ителде. Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм хөкүмәт вице-премьеры итеп Умарпаша Ханалиев тәғәйенләнеүе мәғлүм. Сығышы менән Ҡырғыҙстандан, ул оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында һәм именлек хеҙмәтендә эшләп Рәсәй Геройы дәрәжәһенә еткән хәрби кеше. Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығында ла яңы етәксе – Анна Казак. Торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү дәүләт комитеты менән Андрей Агапов етәкселек итәсәк. Үткән аҙналағы ваҡиғаларҙан Радий Хәбиров блогер Илья Варламов менән осрашыуҙы айырым билдәләп үтте.Айыҡ ауыл хәрәкәтенең әүҙемләшеүенә, уның илдә берҙән-бер тәжрибә булыуына ҡыуаныр ҙа, хорурланыр ҙа сәбәп бар тине төбәк етәксеһе үткән аҙналағы конкурстың йомғаҡлау тантанаһын барлап. Ғорурлыҡ менән ҡаршылар сағыу байрам Бөтә донъя Космонавтика көнө уңайынан республикала саралар үткәрелә һәм улар алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк.